8 декабрь, Кесе йома

24 октябрь 2012 йыл, 15:44

ӨДНТУ-ның йәш ғалимдары проекты РФ Хөкүмәте премияларына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт нефть техник университетының йәш ғалимдар коллективы үҙенең проекты менән фән һәм техника өлкәһендә РФ Хөкүмәте премияларына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашасаҡ. Был хаҡта РФ Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында хәбәр ителә.

Проект авторҙары иҫәбендә: И.Шаммазов, Г.Александрова, Р.Кәримова, О.Матросова, Н.Мовсум-заде кызы.

Йәш ғалимдар араһында 2012 йыл өсөн фән һәм техника өлкәһендә РФ Хөкүмәте премияларына дәғүә итеүгә конкурс ғинуар айында иғлан ителде. Йыл һайын премиялар ғилми-тикшеренеү һәм һынау-конструкция төҙөү эштәре өсөн тапшырыла, бындай эштәр һөҙөмтәһендә яңы технологиялар, техника, приборҙар, ҡорамалдар, материалдар булдырылырға һәм производствола киң ҡулланыу табырға тейеш. Шулай уҡ премия техника һәм технологиялар өлкәһендә яңы йүнәлештәр булдырған эшләнмәләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн тапшырыла.

Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк, фән һәм техника өлкәһендә РФ Хөкүмәте премияларын тапшырыу буйынса Ведомство-ара советы ҡарары менән конкурста шулай уҡ «Башҡортостан химияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән тәҡдим ителгән проект ҡатнашасаҡ.