4 декабрь, Йәкшәмбе

24 октябрь 2012 йыл, 14:09

Төбәктең күпселек райондарында шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу тамамланған

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың 17 районында шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу тамамланған.

Министрлыҡтың мәғлүмәт үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был техник культура төбәктә 48 мең гектар майҙанда йыйып алынған, планға ҡарата был 97 процент тәшкил итә.

Республикала шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңышы гектарынан 185 центнер тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта Благовар, Бүздәк, Ғафури, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Саҡмағош һәм Шишмә райондары аграрийҙары гектарынан 200 центнер йыйып ала.

Әлеге ваҡытта йәмғеһе 887 мең тонна татлы тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған. Уларҙың 675 мең тоннанан ашыуы эшкәртеүгә йүнәлтелгән. Иң күп шәкәр сөгөлдөрөн Шишмә (116 мең тоннанан ашыу), Благовар (114 мең тоннанан ашыу), Бүздәк һәм Ҡырмыҫҡалы райондары (107-шәр мең тонна) хужалыҡтары йыйып алған.

Эшкәртеүгә иң күп шәкәр сөгөлдөрөн Ҡырмыҫҡалы һәм Бүздәк райондары хужалыҡтары ебәргән – 97 һәм 80 мең тонна.