9 декабрь, Йома

24 октябрь 2012 йыл, 13:32

14 декабрҙә Башҡортостан муниципаль берәмектәренең IV съезы үтә

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең IV съезын үткәреү көнө билдәләнде. Сара 2012 йылдың 14 декабрендә Өфөлә үтә.

Республика Президентының бойороғона ярашлы, муниципаль берәмектәрҙең съезына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды, унда БР Президенты Хакимиәте, республиканың закондар сығарыу һәм башҡарма властары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инде.

«БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, съезда республикала урындағы үҙидараны үҫтереүгә йомғаҡ яһаласаҡ һәм «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы идараһы ағзаларының эшмәкәрлегенә баһа биреләсәк. Шулай уҡ урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегендә артабанғы өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләү, урындағы үҙидараны үҫтереү проблемаларын тикшереү планлаштырыла. Съезда меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Уларҙың 750-нән ашыуы – муниципаль берәмектәр делегаттары.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең IV съезы алдынан семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы 2006 йылдың майында булдырылды. Уның составына республиканың барлыҡ 895 муниципаль берәмеге инә.

темалар: съездар