9 декабрь, Йома

24 октябрь 2012 йыл, 12:29

Баш ҡалаға Нариман Сабитов исемендәге конкурсҡа Көньяҡ Корея һәм Коста-Риканан да ҡатнашыусылар килде

автор: Розалия Вәлиева

24-30 октябрҙә Өфөлә Нариман Сабитов исемендәге VIII Асыҡ музыкант-башҡарыусылар конкурсы үтә. Унда Рәсәй ҡалаларынан 50-нән ашыу музыкант ҡатнашасаҡ. Көньяҡ Корея һәм Коста-Риканан да вәкилдәр бар, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына конкурс директоры Рөстәм Сабитов.

Сараны асыу тантанаһы һәм йәрәбә һалыу 24 октябрҙә 18 сәғәттә Өфө дәүләт сәнғәт академияһында үтә. Жюри составына Рәсәй һәм Башҡортостандың танылған музыканттары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре инде.

Бәйгенең икенсе туры пианиносылар өсөн – 25 октябрҙә 10.00 сәғәттә Өфө дәүләт сәнғәт академияһында, скрипкасылар өсөн – 18 сәғәттә Урта махсус музыка колледжында, вокалсылар өсөн – 26 октябрҙә 11.00 сәғәттә Өфө дәүләт сәнғәт академияһында үтә. Өсөнсө турға үткән скрипкасылар 27 октябрҙә Өфө сәнғәт училищеһында ярыштарҙың һуңғы этабында ҡатнаша. Вокалсылар өсөн аҙаҡҡы этап – 28 октябрҙә, пианиносылар өсөн 29 октябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтә.

Конкурсты ябыу тантанаһы һәм лауреаттарҙың концерты 30 октябрҙә 19 сәғәттә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтә.

Бәйгелә 15-30 йәштәрҙәге инструменталистар һәм 18-35 йәштәрҙәге вокалсылар ҡатнаша ала. Һәр категория буйынса дүрт премия һәм «Нариман Сабитов әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарғаны өсөн» исемле ике махсус приз бирелә. Рәсәйҙең Музыкаль конкурстар ассоциацияһы сайтында хәбәр ителеүенсә, беренсе урын өсөн – 80 мең һум, икенсе урын өсөн – 620 мең һум, өсөнсө урын өсөн 40 мең һум күләмендә премия ҡаралған. Концертмейстерҙар ҙа тәбрикләүҙән ситтә ҡалмаясаҡ, уларҙың иң яҡшыларына дипломдар тапшырыласаҡ.