5 декабрь, Дүшәмбе

24 октябрь 2012 йыл, 11:03

Башҡортостанда «Мәғариф тураһында»ғы федераль закон проектына 60-ҡа яҡын төҙәтмә тәҡдим ителде

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы Федераль закон проекты тикшерелде. Ултырышта Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе Александр Дегтярев ҡатнашты. Республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, әле тикшерелгән проект социаль әһәмиәтле проектарҙың береһе булып тора һәм ул республика парламенты депутаттарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Дәүләт Думаһы депутаты Александр Дегтярев закон проекты һәм уны әҙерләү процесы тураһында ентекле һөйләне.

— Закон проекты өҫтөндә эшләүгә йөҙләгән белгес һәм эксперт йәлеп ителде, бер нисә проект әҙерләнде, — тип хәбәр итте Александр Дегтярев. – Бөгөн беҙ Дәүләт Думаһында тикшергән проект иҫәп буйынса туғыҙынсыһы. Төшөнсәләр аппараты әҙерләнде, закондың 1992 йылғы элекке редакцияһында булмаған мөмкинлектәр барлыҡҡа килде.

Шул уҡ ваҡытта, Александр Дегтярев иҫәпләүенсә, закон проекты өҫтөндә ентекле эшләүгә ҡарамаҫтан, уны аҙағынаса эшләп бөтөү мөмкинлеге бар әле. Бөгөнгө көнгә Дәүләт Думаһына закон проектына 500-гә яҡын төҙәтмә тәҡдим ителде. Төҙәтмәләр һаны меңгә етәсәк, тип көтөлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрь башында республиканың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағында эш төркөмө булдырылғайны. Ул закон проектының икенсе уҡыуына бер нисә тәҡдим һәм төҙәтмә әҙерләгәйне.

Эш төркөмө етәксеһе Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, закон проекты өҫтөндә эшләү процесында 60-ҡа яҡын төҙәтмә тәҡдим ителде. Уларҙың 20-нән ашыуы юридик яҡтан тикшереү үтте һәм Дәүләт Думаһына тәҡдим итеүгә әҙер. Улар араһында – ауыл уҡытыусыларына коммуналь түләүҙәр буйынса ташламаларға, мәктәптәрҙә туған телде өйрәтеүгә, власть органдарының вәкәләттәрен билдәләүгә ҡағылышлы төҙәтмәләр.

Закон проекты буйынса эш дауам итәсәк. Константин Толкачев параллель рәүештә Федераль закон үҙ көсөнә ингәндән һуң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡабул ителәсәк республика закон проектын әҙерләй башларға тәҡдим итте.