6 декабрь, Шишәмбе

24 октябрь 2012 йыл, 10:16

Өфөлә республика парламентының пленар ултырышы бара

автор: Людмила Терновая

Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 56-сы ултырышы бара.

Көн тәртибенә 45 һорау индерелгән. Депутаттар 40-ҡа ҡын република закон проектын тикшерәсәк.

Ун закон проекты закон статусын аласаҡ. Улар араһында: «Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһының Экология кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында һыу мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы БР законының 9-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында» һәм башҡалар.

Шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге, йорт хайуандары, физик культура һәм спорт, мәғарифҡа бәйле закон проекттары буйынса эш дауам итәсәк.

Депутаттар иғтибарына тәүгә 25-кә яҡын закондар сығарыу башланғысы тәҡдим ителәсәк. Улар иҫәбендә БР Дәүләт Йыйылышының профилле Комитеттары ултырыштары сиктәрендә Башҡортостан парламентарийҙары менән тикшерелгән мәсьәләләр: «Башҡортостан Републикаһының 2013 йылға һәм 2014 һәм 2015 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында», «Башҡортостан Републикаһы Мотлаҡ медицина стаховкаһы территориаль фондының 2013 йылға һәм 2014 һәм 2015 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында». Бынан тыш, түбәндәге республика закондарына үҙгәрештәр индереләсәк: «Башҡортостан Республикаһында тәбиғи дауалау ресурстары, дауалау-һауыҡтырыу урындары һәм шифаханалар тураһында», «Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһында», «Башҡортостан Респубикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында».