10 декабрь, Шәмбе

24 октябрь 2012 йыл, 10:00

Республика Президенты: «Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе Башҡортостан өсөн файҙаға булырға тейеш»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе Башҡортостан өсөн файҙаға булырға тейеш. Был хаҡта 23 октябрҙә Һамарҙа үткән Федерация Советының Рәсәй Федерацияһының Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында һәм Таможня союзында ҡатнашыуына күҙәтеү буйынса ваҡытлыса комиссияһының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуң, Рәсәй, ниһайәт, ирекле баҙарға сыға, — тине республика Президенты. – Үткәрелгән анализ һөҙөмтәләренә таянып, киләһе һығымта яһарға була: Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Перспективалы тармаҡтар иҫәбендә Рөстәм Хәмитов нефть сығарыу, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһын атаны. Шулай уҡ машиналар эшләү һәм фән конкуренцияға һәләтле тармаҡтарҙан һанала. Ауыл хужалығы һәм еңел сәнәғәт менән иһә хәлдәр насарыраҡ.

— Аграр секторҙа прогноздар эшләргә ашыҡмайбыҙ, — тип билдәләне республика башлығы. – Пошлиналар күләмен кәметеү был өлкәлә кире йоғонто яһауы бар. Ауылдарҙы әүҙем рәүештә яңырта башлайбыҙ һәм заманса алымдар ҡулланыу кәрәклеген аңлайбыҙ. Шулай уҡ еңел сәнәғәттә лә юғалтыуҙар буласаҡ, сөнки беҙ Ҡытай менән конкуренция алып барабыҙ. Әммә быға ҡарамаҫтан, беҙҙә яҡшы резервтар бар. Мәҫәлән, Өфө трикотаж фабрикаһы әүҙем эшләй башланы.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, административ кәртәләрҙән ҡотолоу зарур, ә бизнес, үҙенең мөмкинлектәренә дөрөҫ баһа биреп, әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү барыбыҙҙы ла йылдамыраҡ булырға бурыслы итәсәк, тине Башҡортостан Президенты.