4 декабрь, Йәкшәмбе

24 октябрь 2012 йыл, 9:23

Рөстәм Хәмитов Федерация Советының Ваҡытлы комиссияһы ултырышында ҡатнашты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

23 октябрҙә Һамарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Федерация Советының Рәсәй Федерацияһының Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында һәм Таможня союзында ҡатнашыуына күҙәтеү буйынса ваҡытлы комиссияһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Бынан тыш, сарала Башҡортостан исеменән ҙур делегация сығыш яһаны, уның составына республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре инде.  

Ултырыш сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр үтте. Уларҙа 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, 40 доклад тәҡдим ителде. Түңәрәк өҫтәлдәр эшлекле форматта үтте һәм ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уларҙа Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында һәм Таможня союзында ҡатнашыуының төбәктәрҙең сәнәғәт үҫешенә йоғонто яһау мәсьәләләре, яңы шарттарҙа ауыл хужалығы комплексының поблемалары һәм мөмкинлектәре, шулай уҡ дәүләттең социаль-иҡтисади сәйәсәтен тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре тикшерелде.