10 декабрь, Шәмбе

23 октябрь 2012 йыл, 17:09

Мәскәү милләттәр йортонда Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған концерт үтте

автор: «Башинформ» | Александра Оганян фотолары

Мәскәү милләттәр йортонда Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған концерт үтте. Байрам Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында Мәскәүҙәге «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән ойошторолдо.

Сарала сәләмләү һүҙе менән Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар берлеге етәксеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Тәлғәт Хурамшин, Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Шамил Тикеев, Мәскәү милләттәр йорто директоры урынбаҫары Александр Пономарь сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән.

Артабан Мәскәүҙә уҡыған студенттарға уҡыуҙа һәм фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегендә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаттары дипломдарын тапшырыу тантанаһы үтте. Улар араһында – Эльвина Кәлимуллина, Гөлфиә Ҡылысова, Гүзәл Хәмиҙуллина.

Кисәнең музыкаль өлөшөн һигеҙ йәшлек пианиносы Арыҫлан Мөхәмәтғәлиев асып ебәрҙе. Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаты быйыл Ф.Шопен исемендәге Мәскәү музыка мәктәбенә уҡырға ингән.

Концертта күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр Башҡортостан яҡташтар берлегенең үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһаны. Улар иҫәбендә – Нәзирә Байегетова етәкселегендәге «Алтынай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Шулай уҡ Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарында белем алған егеттәр берләшеп, ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән. Концертта улар ҙа сығыш яһаны.

Сараны Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадырова, йәш, әммә популярлыҡ яулап өлгөргән йырсы Рэдик Ефремов дауам итте.

Концерттан бер көн алда Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә тантаналы сара үтте, унда Рәсәй Президенты Хакимиәтенән почетлы ҡунаҡтар, Сыуашстан Республикаһы, Ингушетия, Татарстандан вәкилдәр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандары, Башҡортостан яҡташтар берлеге ағзалары ҡатнашты.