9 декабрь, Йома

23 октябрь 2012 йыл, 16:05

Башҡортостан Президенты: «Власть менән фән бер юҫыҡта халыҡ именлеге өсөн эшләргә тейеш»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Башҡортостан ҙур фәнни мөмкинлектәргә эйә, республика ғалимдары федераль һәм республика фәнни-техник программаларында, халыҡ-ара проекттарҙа уңышлы сығыш яһай, юғары уҡыу йорттарында фән үҫешә, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, IV «Социология һәм йәмғиәт: глобаль талаптар һәм төбәктәр үҫеше» Бөтә Рәсәй социология конгресында сығыш яһап. – Университеттар менән үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәр һаны арта, инновацион инфраструктура үҫешә.

Республика башлығы һөйләүенсә, медицина, биология, приборҙар эшләү өлкәләрендәге ҡаҙаныштар, нефть сығарыу һәм уны эшкәртеү өлкәһе мәсьәләләрен тикшереүҙән тыш, республика ғалимдары социаль-иҡтисади һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә лә мөһим ҡаҙаныштарға өлгәшә.

— Башҡортостан — нефть һәм бал төбәге, тигән фекер йөрөй, әммә республикала башҡа тармаҡтар ҙа, шул иҫәптән фән дә яҡшы үҫеш ала.

Башҡортостан Президенты БР Фәндәр академияһы Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтының кеше мөмкинлектәрен үҫтереүгә арналған докладын миҫалға килтерҙе.

Рөстәм Хәмитов һөйләүенсә, республика ҙур фәнни форумдар үткәреү урынына әүерелә. Һуңғы йыл эсендә генә төбәктә төрлө йүнәлештәр буйынса ундан ашыу халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй фәнни һәм фәнни-ғәмәли конференция, симпозиум, конгресс үткәрелде.

— Беҙҙә власть органдарының социология үҙәктәре менән үҙ-ара килешеп эш итеү системаһы яйға һалынған, — тип билдәләне республика башлығы. – Үҙебеҙҙең эштә улар биргән мәғлүмәттәрҙе әүҙем ҡулланабыҙ.

Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа республикала ярайһы уҡ етди иҡтисади һәм ижтимағи үҙгәрештәр үткәрелә.

— Беҙҙең алда мөһим бурыс тора – илебеҙ мөмкинлектәрен халыҡҡа йөҙө менән бороу. Власть һәм халыҡ социологияның йәнә бер проблемаһы булып тора, — тине Рөстәм Хәмитов. — Власть кешеләр менән нисек эшләргә тейеш? Ни өсөн беҙ халыҡтың властан һәм властың халыҡтан ситләшеүен күрәбеҙ?

Президент иҫәпләүенсә, был проблема муниципалитеттар өсөн дә, шулай уҡ тотош төбәктәр өсөн дә хас.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, тулыһынса хәл ителмәгән мәсьәләләр әле байтаҡ. Шул уҡ ваҡытта, республикала үткәрелгән социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ иҡтисадта һәм ижтимағи-сәйәси тормошта башланған үҙгәрештәрҙе хуплай һәм уларҙың дауам ителеүен теләй.

— Был үҙгәрештәр йылдам барһын, күрелгән саралар һөҙөмтәле булһын өсөн, беҙҙең биләмәләрҙең иҡтисади, демографик, социомәҙәни үҙенсәлектәрен комплекслы анализлауға таянырға тейешбеҙ, — тине Президент. – Ошо өлкәләрҙә ғилми берләшмәнең ярҙамына шат булыр инек.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бай һәм сәскә атҡан Рәсәй төҙөү өсөн, иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт һәм социаль өлкәләрҙә үҙгәрештәр уңышлы барһын өсөн, илдә булған ресурстарға, тәү сиратта – кеше капиталына таяныу зарур.

— Һәм был уртаҡ эштә власть менән фән бер юҫыҡта кеше һәм уның именлеге өсөн эшләргә тейеш, — тине республика башлығы.