9 декабрь, Йома

23 октябрь 2012 йыл, 14:51

Павел Астахов Милана Скоробогатоваға Рәхмәт хаты тапшырҙы

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова Рәсәй Федерацияһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астаховтан Рәхмәт хаты алды. Балалар омбудсмены был наградаға юғары профессионализмы, әүҙем тормош позицияһы, балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләрен хәл иткәндә күрһәткән яуаплылығы өсөн лайыҡ булды.

Награданы тапшырыу тантанаһы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VI съезында үтте. Сарала Рәсәйҙең 81 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты.

— Хеҙмәтемә юғары баһа алыу минең өсөн ҙур ҡыуаныс, был артабан да һөҙөмтәле эшләү өсөн яҡшы стимул булып тора, — тине Милана Скоробогатова.

темалар: наградалар