Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Өфөнөң Ленин урамында Нестеров скверы асылды

Йәмғиәт

Өфөлә Михаил Нестеров исемендәге сквер асыу тантанаһы үтте. Әлеге парк рәссамдың хәтерен мәңгеләштереү һәм Өфөнөң тарихи өлөшөн төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе берләштерҙе.

Скверҙа йөҙгә яҡын йүкә ағасы ултыртылды. Сентябрҙә бөйөк рәссамдың иҫтәлегенә ағас ултыртыу акцияһында уның ейәнсәре Мария Титова ла ҡатнашҡайны. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та был акциянан ситтә ҡалманы.

Артабан Ленин урамының был өлөшөндә юлды һәм эргә-тирәләге бина фасадтарын ремонтлау планлаштырыла, тип хәбәр итте паркты асыу тантаныһында баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. «Өфөнөң был өлөшө икенсе төҫ аласаҡ. Республика Президенты ҡаланы йәшәү өсөн уңайлы итергә ҡушты, шуға күрә беҙгә бихисап төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға кәрәк», — тине ҡала мэры.

Тантаналы сарала шулай уҡ М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры Файзрахман Исмәғилев, музей хеҙмәткәрҙәре, Мәҙәниәт министрлығы, Өфөнөң Совет районы хакимиәте вәкилдәре, 8-се һәм 95-се урта дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть