11 декабрь, Йәкшәмбе

23 октябрь 2012 йыл, 12:56

Рөстәм Хәмитов IV Бөтә Рәсәй социология конгресында ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Өфөлә асылған  IV «Социология һәм йәмғиәт: глобаль талаптар һәм төбәктәр үҫеше» Бөтә Рәсәй социология конгресы эшендә ҡатнашты.

— Әлеге конгресс илдең ғилми берләшмәһе өсөн мөһим ваҡиға булып тора, һәм бындай ҙур форумды тәүгә Башҡортостанда ҡабул итеү – беҙҙең өсөн оло хөрмәт, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.

Республикабыҙ ғалимдары һәм идара хеҙмәткәрҙәре, мөмкинлектән файҙаланып, Рәсәй һәм сит илдәрҙең алдынғы социологтары менән аралашыр һәм иң ауыр һорауҙарға яуаптар алыр, тигән ышанысын белдерҙе Башҡортостан Президенты.

— Һорауҙар ысынында ла бик күп, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең ил бер формациянан икенсеһенә күсеү осоронда. Бөгөнгө заманда глобалләштереү шарттарында изоляцияланған бер генә нәмә лә юҡ. Бөгөн беҙ әле кисә белмәгән проблемаларға тап булабыҙ.

Республика башлығы билдәләүенсә, Советтар Союзында тыуған кешеләр өсөн иҡтисади көрсөктәр, геосәйәси конфликттар, экологик проблемалар, дини ерлектәге ҡапма-ҡаршылыҡтар, экстремизмдың үҫеүе яңы күренештәр булып тора.

— Быларҙың барыһы ла бөтә яҡлап өйрәнеүҙе талап итә, — тине Президент. – Сөнки улар нисек тә булһа беҙҙең илдә сағылыш таба.

Форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов бөгөн төрлө өлкәләрҙә тормоштоң беҙҙең алға бурыстар ҡуйыуын билдәләне.

— Тәү сиратта, юғары технологиялы иҡтисад, белем иҡтисадын булдырыу тураһында һүҙ бара, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Донъяның алдынғы илдәрендә ғилми эшләнмәләр бөгөнгө көндә етештереүсе көстәргә әйләнә, улар юғары өҫтәмә ҡиммәт менән продукция етештереүҙе тәьмин итә. Был илдәрҙән артта ҡалышмау һәм уларға мөмкин тиклем яҡынайыу бөгөнгө көнгә төп бурыс булып тора. Рәсәй һәм уның төбәктәре өсөн был – төп мәсьәләләрҙең береһе.

Башҡа социаль мәсьәләләр араһында Рөстәм Хәмитов ярлылыҡ кимәленең артыуын, тыуымдың кәмеүен, ғаилә ҡиммәтәренең юғалыуын, производствоны яңыртыу проблемаларын һәм башҡа мәсьәләләрҙе атаны.

— Беҙҙең граждандарҙы киләсәккә бәйле һорауҙар борсой: минең менән, ғаиләм, балаларым, ейәндәрем менән артабан ни була. Һәм иртәгәһе көнгә ышаныстың булмауы йәмғиәттә ҙур дисбаланс тыуҙыра. Һәр структуралағы ғәҙеллек мәсьәләләре шулай уҡ беҙҙең йәмғиәттә асыу тыуҙыра, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә социологтарҙың ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар дәүләт власы органдары өсөн төп ярҙамсылар булып тора.

— Дәүләт программаларын, проекттарҙы, сәйәси башланғыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың ғилми нигеҙле булыуы зарур, — тине Рөстәм Хәмитов. – Идара хеҙмәткәрҙәре булараҡ, беҙҙең өсөн алдағы йылдарҙа һәм алыҫ киләсәктә теге йәки был социаль процестарҙың ниндәй йүнәлештә үҫешәсәген аңлау мөһим.

— Төбәк етәксеһе булараҡ, мин социология буйынса китаптар уҡыйым, уларҙы өйрәнәм, һеҙ башҡарған эштәрҙе иғтибар үҙәгендә тотам, — тип мөрәжәғәт итте ғилми берләшмәгә Рөстәм Хәмитов.