Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала IV Бөтә Рәсәй социология конгресы асылды

Йәмғиәт

Өфөнөң Конгресс-холында IV «Социология һәм йәмғиәт: глобаль талаптар һәм төбәктәр үҫеше» Бөтә Рәсәй социология конгресының икенсе этабы эшләй башланы. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнаша.

Форумды ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй социологтар йәмғиәте, Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, төбәктең Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты сығыш яһай. Конгреста Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының алдынғы ғилми үҙәктәренән 500-ҙән ашыу ғалим ҡатнаша.  Социологтар осрашыуына сит илдәрҙән, шул иҫәптән БДБ илдәре, Һиндостан, Бразилия, Вьетнам, Көньяҡ Африка Республикаһынан 20 вәкил килде.

Әлеге ваҡытта Конгресс-холда сараның пленар өлөшө бара. Төштән һуң форум эше сессиялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр форматында дауам итә. 24 һәм 25 октябрҙә социологтарҙы сараларға бай эшлекле программа көтә.

Түңәрәк өҫтәлдәр артында ғалимдар йәмғиәттәге этник, демографик факторҙарҙы тикшерәсәк, төбәктәрҙе яңыртыу процестарында кеше мөмкинлектәренә һәм капиталына баһа бирәсәк. Айырым түңәрәк өҫтәл властың граждандар йәмғиәте менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләренә арналасаҡ.

Форум сиктәрендә «Рәсәйҙең һәм уның төбәктәренең социомәҙәни эволюцияһы мәсьәләләре» советы үтәсәк. Шулай уҡ Өфөнөң алдынғы юғары уҡыу йорттарында һәм ғилми-тикшеренеү институттары һәм үҙәктәрендә 20 түңәрәк өҫтәл, 11 ғилми сесия, 33 тематик секция, ике оҫталыҡ дәресе һәм инглиз телендә махус сессия ойоштороласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть