5 декабрь, Дүшәмбе

23 октябрь 2012 йыл, 11:01

Николай Самойленко Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты Комиссияһын етәкләне

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы рәйесе Николай Самойленко Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты ултырышында Тәбиғәт ресурстары, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология буйынса комиссияның рәйесе итеп һайланды.

— Бындай вазифаға һайланыуыма БР Йәштәр палатаһының барлыҡ ағзаларының етди эшмәкәрлеге булышлыҡ итте, — тине Николай Самойленко. – Беҙ Волга йылғаһы бассейны биләмәһендә Волга буйы федераль округында һыу объекттарының торошона күҙәтеү буйынса ҙур проект әҙерләнек. Башҡортостан райондарының Йәштәр советтары ярҙамында барлыҡ кәрәкле мәғлүмәт тупланды. Дөйөм анализ буйынса ҙур отчет әҙерләнде, ул Волга буйы федераль округына ингән төбәктәрҙең отчеттары менән сағыштырылды. Улар буйынса дөйөм отчет әҙерләп, РФ Президенты исеменә йүнәлттек.

Республика кимәлендә БР Йәштәр палатаһы тарафынан Башҡортостанда экологик хәлде яҡшыртыу буйынса бер нисә тәҡдим әҙерләнде, улар республиканың Дәүләт Йыйылышына йүнәлтелде.

— Бынан тыш, беҙ һыу объекттарының торошон яҡшыртыу буйынса бер нисә экологик сара үткәрҙек, — тип хәбәр итте Николай Самойленко. – Был эшләнмәләр менән Мәскәүгә килдек, унда экология мәсьәләләре өсөн яуап биргән Комиссия етәксеһе вазифаһына үҙ кандидатурамды тәҡдим иттем. Йәмғеһе өс кандидатура тәҡдим ителгәйне. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса, беҙҙең төбәктәге эшмәкәрлек иң яҡшыһы тип табылды.