11 декабрь, Йәкшәмбе

23 октябрь 2012 йыл, 10:07

Башҡортостанда иң уңышлы ҡала һәм райондар рейтингы төҙөлдө

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың иң уңышлы муниципалитеттары рейтингы республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы менән төҙөлдө. Комплекслы социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн лидер биләмәләр БР бюджетынан гранттар аласаҡ. Был маҡсаттарға бүленгән средстволарҙың дөйөм күләме 200 миллион һум тәшкил итә.

Муниципаль райондар араһында Баҡалы, Ҡариҙел, Ейәнсура, Миәкә, Әбйәлил, Саҡмағош райондары еңеүселәр тип табылды. Административ үҙәктәре ҡала булған муниципаль райондар һәм ҡала округтары араһында Бәләбәй районы һәм Октябрьский, Нефтекама ҡалалары еңеп сыҡты, тип хәбәр иттеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шулай уҡ 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса өҫтәмә гранттар менән Тәтешле районы һәм Күмертау ҡалаһы билдәләнде. Уларҙа, алдағы осор менән сағыштырмаса, күрһәткестәр йәһәтенән иң яҡшы ыңғай динамика күҙәтелә.

— Урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге 150 күрһәткесте үҙ эсенә алған туғыҙ йүнәлеш буйынса баһаланды. Улар халыҡтың йәшәү сифатын, яңы алымдар һәм идара итеү принциптарын ҡулланыу кимәлен билдәләй. Бынан тыш, бюджет средстволарын һөҙөмтәле файҙаланыуҙы билдәләгән күрһәткестәргә, шулай уҡ халыҡтың урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенә баһа биреүенә һәм кешеләрҙең мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрендә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатынан ҡәнәғәт булыуына төп баҫым яһалды, — тип билдәләнеләр матбуғат хеҙмәтенән.

Урындағы власть эшмәкәрлеген ҡеүәтләү маҡсатында булдырылған был рейтинг Башҡортостанда икенсегә төҙөлә. 2010 йыл һөҙөмтәләре буйынса Әлшәй, Ауырғазы, Иглин, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Хәйбулла райондары һәм Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары гранттарға лайыҡ булғайны.