3 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2012 йыл, 18:00

Өфөлә был аҙнала ҡаланың Йәштәр палатаһы формалаштырыласаҡ

автор: Людмила Терновая

24 октябрҙә Өфө ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһын формалаштырыу буйынса конкурстың финалы үтә. Ул популяр интеллектуаль уйындар форматында ойошторола.

Финал Өфө клубтарының береһендә үтәсәк. Интеллектуаль ярыштарҙан һуң күңел асыу программаһы ҡаралған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһын формалаштырыу буйынса конкурста ҡатнашуға 70-тән ашыу заявка ебәрелгәйне. Дөйөм алғанда Йәштәр йәмәғәт палатаһы составына 19 кеше инәсәк.