6 декабрь, Шишәмбе

22 октябрь 2012 йыл, 17:47

Павел Качкаев торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашты

автор: Людмила Терновая

Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев «Граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу маҡсатында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән һөҙөмтәле идара итеү» бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашты. Кәңәшмә сиктәрендә Павел Качкаев коммуналь инфраструктураны яңыртыуға арналған «түңәрәк өҫтәл» ултыршын үткәрҙе.

Екатеринбург ҡалаһында үткән бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү буйынса эксперттар советының эш төркөмөнөң күсмә ултырышы ойошторолдо. Унда күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү төбәк системаларын булдырыу йәһәтенән «Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индреү тураһында»ғы Федераль закон проекты тикшерелде. Эш төркөмө ултырышында РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак ҡатнашты.