3 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2012 йыл, 17:24

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең отставкаһы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең отставкаһы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыуҙы үҙ өҫтөнә алды.

Был аҙым августа башланған республиканың башҡарма власть органдары системаһын реформалаштырыуҙың киләһе этабы булып тора. Уның төп маҡсаты – вәкәләттәрҙе ҡабатлауҙан арыныу һәм Хөкүмәт менән Башҡортостан Президенты Хакимиәте структуралары араһында яуаплылыҡты аныҡ бүлеү.

Республиканың башҡарма власть органдары структураһына ҡайһы бер үҙгәрештәр индереләсәк. Хөкүмәт структураһы һәм составы алдағы көндәрҙә иғлан ителәсәк.

Хөкүмәт Аппараты менән Президент Хакимиәте берләштереләсәк. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә аппарат хеҙмәткәрҙәре һаны ҡыҫҡартыласаҡ.

Республика ҡануниәтенә тейешле үҙгәрештәр индереләсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.