10 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2012 йыл, 16:47

Өфөлә Дим юл үткәргесендә транспорт хәрәкәте асылды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин | фото: Андрей Старостин

Өфөнөң Дим районына ингән урында тимер юлдары аша һалынған автомобиль күпере 22 октябрҙә файҙаланыуға тапшырылды.  Автотранспорт хәрәкәтен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов асты.

— Бөгөн Дим юл үткәргесенең тәүге яртыһы файҙаланыуға тапшырылды. Был ғәйәт ҙур ҡоролманың икенсе сираты 2013 йылдың авгусына тапшырыласаҡ. Әлеге ҙур һәм киң юл оҙаҡ йылдарға транспорт хәрәкәте йәһәтенән Дим районының мәсьәләһен хәл итәсәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Яңы юл үткәргес асыу – баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн мөһим ваҡиға, сөнки уларға пик сәғәттәрендә Дим районына ингән һәм унан сыҡҡан урында тығындарҙа торорға тура килә.

Дим районының көнсығыш өлөшөндә юл үткәргес 2011 йылдың июлендә реконструкциялана башлай. Проект тимер юлдар аша күпер төҙөүҙе, ике километр оҙонлоҡта төп автомобиль юлын, шулай уҡ урындарҙа бәләкәй юлдар төҙөүҙе күҙ уңында тота. 2013 йылдың йәйендә объектты тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Шулай уҡ киләһе йылға «Өфө-Дим» автомобиль юлын киңәйтеү планлаштырыла.