11 декабрь, Йәкшәмбе

22 октябрь 2012 йыл, 15:35

Үткән ял көндәрендә Башҡортостанда йәрминкәләрҙә 5,5 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы һатылған

автор: Галина Бахшиева

Үткән ял көндәрендә Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 4800-ҙән ашыу сауҙа итеү урыны ойошторолдо. Дөйөм алғанда йәрминкәләр республиканың 14 районында үтте, тип хәбәр иттеләр БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан.

— 20 һәм 21 октябрҙә ауыл эшсәндәре 5,51 мең тоннаға яҡын төрлө ауыл хужалығы продукцияһы һатҡан. Шулай итеп, халыҡ 1967,1 мең тонна картуф, 663,5 тонна һуған, 622,6 тонна кәбеҫтә, 135,2 тонна кишер, 71,6 тонна сөгөлдөр һатып алған, — тип хәбәр итте Дәүләт комитетының матбуғат секретары Аида Хәйруллина.

Уның һүҙҙәренсә, үткән ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә картуфтың бер килограмы уртаса – 11 һум, һуған – 12 һум, кәбеҫтә – 15 һум, кишер – 15 һум, сөгөлдөр 15 һум тәшкил иткән. Үткән аҙна менән сағыштырғанда, картуфҡа һәм кишергә уртаса хаҡтың кәмеүе күҙәтелә.

Бынан тыш йәрминкәләрҙә 222,8 тонна ит һатылған. Күбеһенсә халыҡ һыйыр ите һатып алған – 118,9 тонна. Уның уртаса хаҡы – килограмы өсөн 230 һум. Шулай уҡ үткән ял көндәрендә 61 тонна сусҡа ите (уртаса хаҡы – бел килограмы өсөн 190 һум), 13,9 тонна һарыҡ ите (230 һум), 9,9 тонна йылҡы ите (225 һум), 19 тонна ҡош ите (190 һум) һатылған.

Ике ял көнөндә республикала 64,9 тонна бал һатылған. Уртаса хаҡы килограмы өсөн 300 һум тәшкил иткән.