5 декабрь, Дүшәмбе

22 октябрь 2012 йыл, 14:03

Баш ҡалала иҫке йорттар урынына энергияны һаҡсыл файҙаланыусы йорттарҙан торған яңы кварталдар төҙөләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

XII Рәсәй энергетика форумы сиктәрендә Өфөлә ойошторолған ҙур махсус күргәҙмәләрҙә энергияны һаҡсыл файҙаланыу өлкәһендә өр-яңы эшләнмәләр тәҡдим ителде. Төбәктең һәм Рәсәйҙең ҙур предприятиеларынан тыш, быйыл форумда сит ил етештереүселәре лә әүҙем ҡатнашты. Стендарҙа йәмғеһе 130 предприятиеның изделие һәм технологиялары тәҡдим ителде.

Энергетика һәм электротехника өлкәләрендәге ҡаҙаныштар, яңы ҡорамалдар һәм технологиялар Өфөлә осраҡлы рәүештә тәҡдим ителмәне. Башҡортостандың баш ҡалаһында энергияны һаҡсыл файҙаланыу һәм яңы технологиялар ҡулланыу мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Өфөлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды программаһы буйынса энергияны һаҡсыл файҙаланыусы йорт төҙөлдө.

Уның төҙөлөшөндә бинаны файҙаланғанда йылылыҡ юғалтыуҙы минимумға еткерергә мөмкинлек биргән материалдар һәм технологиялар файҙаланылды. Һәр фатирҙа температура режимын йорт хужалары үҙҙәре көйләй. Йорт бүлмәләре автоматик рәүештә яҡтыртыла, ут хужалар ингәндә генә ҡабына. Махсус вентиляция системаһы йыл әйләнәһенә йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә, бина энергияны һаҡсыл файҙаланыуҙың юғары класына тап килә.

«Аҡыллы» йортта авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән кешеләр өй туйланы.

— Был ысынында ла «аҡыллы» йорт, — тине 2012 йылдың июненә тиклем БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары вазифаһын башҡарған Дамир Акамов. – Йортто беренсе йыл файҙаланыу осоронда йылыны һаҡсыл файҙаланыуҙан алынған аҡса 300 мең һум тәшкил итһә, һуңғы иҫәпләүҙәр буйынса, йылыны һаҡсыл тотоноу, башҡа йорттар менән сағыштырмаса – 51%, эҫе һыуҙы һаҡсыл тотоноу — 19%, электр энергияһын һаҡсыл файҙаланыу 8% тәшкил иткән.

Алдағы ваҡытта Өфөлә энергияны һаҡсыл файҙаланыусы йорттарҙан торған бер нисә квартал төҙөләсәк.

— Бындай уңайлы биҫтәләр Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттары барышында тәҡдим ителәсәк, — тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Баш ҡалалағы иҫке йорттар урынына тап ошондай заманса йорттар төҙөләсәк.

Ҡала властары энергияны һаҡсыл файҙаланыу буйынса проекттарҙы сит илдәр менән берлектә тормошҡа ашыра. Шулай итеп, әлеге ваҡытта Өфөлә Данияның «Данфосс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте продукцияһын һәм технологияларын ҡулланып, энергияны һаҡсыл файҙаланыусы күп фатирлы торлаҡ йорттарҙан торған квартал проектлана.