Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Граждандарҙың күпселеге Башҡортостан Президентына ышанысын белдерә һәм төбәктәге хәлдәр менән ҡәнәғәт

Сәйәсәт

Республика халҡы төбәктәге хәлдәр менән ҡәнәғәт һәм етәкселек эшмәкәрлеген тулыһынса хуплай. «Единая Россия» партияһының Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге һорауы буйынса Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге менән 28 сентябрҙән алып 9 октябргә тиклем төбәктә үткәрелгән социологик тикшеренеүҙәр ошо хаҡта һөйләй. Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси хәлгә арналған һорау алыуҙа 1200 кеше ҡатнашҡан.

Социологик һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, төбәк халҡы Рәсәй Президенты Владимир Путинға (58%) һәм РФ Хөкүмәте премьер-министры  Дмитрий Медведевҡа (54%) ышанысын белдерә. Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың өстән ике өлөшө Рөстәм Хәмитовтың республика Президенты вазифаһындағы эшмкәрлеген ыңғай баһалай. Улар Башҡортостан етәксеһенең профессиональ сифаттарына ыңғай баһа бирә. Тәү сиратта халыҡ Президенттың компетентлығын (64%) һәм тәжрибәһен (60%) билдәләй.

Һорау алыуҙа ҡатнашыусылар транспорт мәсьәләләрен хәл итеүҙе (юлдар төҙөү һәм ремонтлау), социаль өлкәләге ыңғай үҙгәрештәрҙе (шул иҫәптән мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләре), төбәктә спортты үҫтереүҙе, яңы торлаҡ төҙөүҙе төбәк властарының ҡаҙаныштары иҫәбенә индерә.

Шул уҡ ваҡытта, республика халҡы ғәмәлдәге йәшәү кимәленең тейешенсә булмауын һәм хеҙмәт баҙарында тотороҡһоҙлоҡ булыуын билдәләй. Шулай ҙа төбәктә йәшәгән халыҡтың 70 процентҡа яҡыны үҙҙәренең матди хәлен «уртаса» тип баһалай.

Социологик һорау алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала «яңы курс»ҡа ихтыяж ҙур. Халыҡтың 48 проценты үҙгәрештәр яҡлы. Әммә улар кардиналь түгел, ә эҙмә-эҙлекле булырға тейеш. Шулай уҡ һорау алыуҙа ҡатнашҡан граждандарҙың 37 проценты ғәмәлдәге системаны ҡырҡа үҙгәртеүгә ыңғай баһа бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть