10 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2012 йыл, 11:05

23 октябрҙә Өфөлә власть вертикален һәм идара итеүҙе реформалаштырыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтә

автор: Марина Шумилова

IV Бөтә Рәсәй социологтар конгресы сиктәрендә 23 октябрҙә Рәсәй сәйәсәте мәктәбе һәм Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы нигеҙендә власть вертикален һәм идара итеүҙе реформалаштырыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтә. Унда Дәүләт Думаһы һәм  БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, БР Президенты Хакимиәте вәкилдәре, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән алдынғы ғалим-социологтар ҡатнашасаҡ.

Сарала төбәктәрҙә власть һәм идара итеү органдарын административ реформалаштырыу, дәүләт һәм муниципаль хеҙәткәрҙәрҙе баһалау системаһын камиллаштырыу, халыҡтың власть структураларына ҡарата ышанысын нығытыу өсөн «Асыҡ Хөкүмәт» институтын файҙаланыуға бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк.

Түңәрәк өҫтәл ултырышында Башҡортостан Республикаһы халҡының ижтимағи-сәйәси ҡарашы тураһында социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре тәҡдим ителәсәк. Тикшеренеүҙәр Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге һәм Рәсәй сәйәсәте мәктәбе һорауы буйынса Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге тарафынан үткәрелгән.

Әлеге сара Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 39 адресы буйынса урынлашҡан Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең конференц залында 14 сәғәттән 16-ға тиклем үтә.