Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Мин – йәш ғалим» бөтә Рәсәй форумы үтә

Йәмғиәт

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Мин – йәш ғалим» бөтә Рәсәй форумы үтә. Сараға РФ юғары уҡыу йорттарынан студенттар, аспиранттар һәм тикшеренеүселәр йыйылды. Шулай уҡ форумда Мәскәү, Краснодар, Киев, Ҡаҙағстан, Польшанан билдәле ғалимдар ҡатнаша. Сара РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән ойошторола.

БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, әлеге форум яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыуға һәм сарала ҡатнашыусыларҙың белем кимәлен арттырыуға ыңғай йоғонто яһай.

Башҡортостандың Фәндәр академияһы вице-президенты Райхана Ҡунаҡова йәш коллегаларына мөрәжәғәт итеп, БР Фәндәр академияһының сағыштырмаса яңыраҡ, 1991 йылда, булдырылыуын иҫкә төшөрҙө. Төбәктең ғилми мөмкинлектәрен һаҡлап ҡалыу, нығытыу һәм үҫтереү уның төп маҡсатына әүерелде, тине ул.

— Бөгөн академия төрлө йүнәлештәр буйынса эшләй, беҙҙә ете бүлек бар һәм уларҙың һәр береһендә йәштәр өсөн юл асыҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Райхана Ҡунаҡова. – Фәндәр академияһында йәш ғалимдар берләшмәһе, фәнни-инновацион бүлек булдырылды, Территориаль инновациялар һәм Кластрелы үҫтереү үҙәктәре эшләй. Йәш ғалимдарға ярҙам итеү буйынса күп функциялы фәнни-техник үҙәк асыласаҡ.Йәш ғалимдар беҙгә үҙҙәренең идеялары менән килһә, хеҙмәткәрҙәребеҙ уларҙың идеяларын бизнес-проекттар булараҡ тормошҡа ашырырға, инвесторҙар табырға ярҙам итә.

Форумда йәш ғалимдарҙың инновация проекттары һәм ҡаҙаныштары күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Унда ҡатнашыусылар һаны йылдан йыл арта. Күптәре абруйлы конкурстар һәм премиялар лауреаттары була. Йәштәр бындай конференциялар үткәреүҙе хуплай. Тәү сиратта улар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу һәм фәнни карьера төҙөү серҙәренә төшөнөү мөһим.

Әлеге форумда асыҡланыуынса, йәш ғалимдар өсөн үҙҙәренең илендә яҡшы эш урыны табыу мөмкинлеге көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Уларҙың күпселеге яҡшы, етеш тормош артынан ҡыуып, сит илгә киткеһе килмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть