Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Республика парламентарийҙары тәмәкегә ҡаршы закон проектын хуплай

Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте октябрь аҙағына тиклем тәмәкегә ҡаршы закон проектын тикшерергә планлаштыра, уға ярашлы 2015 йылдың 1 ғинуарынан башлап йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу бөтөнләй тыйыласаҡ. Документ киоскыларҙа тәмәке һатыуҙы, шулай уҡ тәмәке изделиеларын рекламалауҙы тыйыуҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостан парламентарийҙары был закон проектын тулыһынса хуплай.

— Тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәр һәм эштәрҙе хуплайым, — тип билдәләне БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. – Әммә тәҡдим ителгән законды тормошҡа ашырыу механизмын дәүләт кимәлендә ентекле әҙерләү мөһим, сөнки һүҙ тәмәкене рекламалауҙы, йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуҙы тыйыу тураһында бара. Идея, әлбиттә, актуаль. Тәү сиратта ул беҙҙең йәш быуын өсөн көнүҙәк булып тора. Әммә был законды тормошҡа ашырыу өсөн, күп эштәр башҡарырға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть