4 декабрь, Йәкшәмбе

19 октябрь 2012 йыл, 12:13

Бүздәк районында татар теле байрамы үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

«Башҡортостан халыҡтары» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Бүздәк районының Килем урта мәктәбендә «Туган тел» татар милли байрамы үтте, уны «Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо.

Мәктәп фойеһында ойошторолған «Күңелләре тулы илһам... » тип аталған күргәҙмәлә яҙыусылар һәм шағирҙарҙың китаптары тәҡдим ителде. Йыйылыштар залында мәктәп коллективтары, шулай уҡ Килем һәм Яҡуп мәҙәниәт йорттары коллективтары ҡатнашлығында матур концерт үтте. Йола буйынса байрам Ғабдулла Туҡай һүҙҙәренә яҙылған «Туган тел» йыры менән башланды.

Почетлы ҡунаҡтар араһында элекке татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлифә Ғәлимова ла булды. Ул бер нисә китап авторы. Шулай уҡ ул уҡыусыларының шиғырҙары тупланған йыйынтыҡ тәҡдим итте. Атҡаҙанған колхозсы Заһира Дәүләтшина үҙе ижад иткән «Сугыш чоры балалары» шиғырын уҡып ишеттерҙе. Бала саҡ йылдарын иҫкә алып, ул үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлы хаҡында ҙур тулҡынланыу менән һөйләне.

Шулай уҡ сара сиктәрендә викторина ойошторолдо, районда үткәрелгән иншалар конкурсында еңгән уҡыусылар эштәрен уҡып ишеттерҙе.

Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.