9 декабрь, Йома

19 октябрь 2012 йыл, 11:46

Республикала ит һәм һөт етештереү күләмдәре арта

автор: Галина Бахшиева

2012 йылдың тәүге туғыҙ айында Башҡортостанда 260 мең тонна ит етештерелгән. Бер йыл элек был күрһәткес бер аҙға түбәнерәк ине, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Дөйөм алғанда төбәктә эре мал, ат, һарыҡ, кәзә һәм ҡош-ҡорт иҫәбе тотороҡло булып ҡала.

Бынан тыш, ағымдағы йылдың ғинуарынан алып сентябренә тиклем төбәк хужалыҡтары, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, өс процентҡа күберәк һөт һауып алған. Был күләмдең яҡынса 590 мең тоннаһы һатылған, был шулай уҡ 2011 йыл күрһәткестәренән күберәк. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала эшкәртеү сәнәғәтендә лә күләмдәрҙең артыуы күҙәтелә. Шулай итеп, 2012 йылдың ғинуар-август айҙарында сәнәғәт производствоһы индексы 104,5 процент тәшкил иткән.

Техник тәьминәт буйынса ла хәлдәр яҡшырған. Техника һатып алыуға бүленгән субсидия Башҡортостан аграрийҙарына йыл башынан алып 2700 ауыл хужалығы машинаһын һатып алырға мөмкинлек биргән. Бер йыл элек республикала 2566 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынғайны, уларҙың дөйөм хаҡы ул ваҡытта 3,1 миллиард һум тәшкил итте.