Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Дыуан районында 75 йыл бергә ғүмер итеүҙәрен билдәләгән ғаилә тәбрикләнде

Йәмғиәт

Дыуан районы хакимиәте башлығы Владимир Солин 75 йыл бергә ғүмер итеүҙәрен билдәләгән Дудиндар ғаиләһен ҡотланы, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Иван Герасимович һәм Анна Григорьевна Дудиндар Ярославка ауылында Иван Герасимовичтың атаһы 1872 йылда төҙөгән йортта йәшәйҙәр.

— Беҙҙең заманда 75 йыл йәшәү – ул үҙе Хоҙай тарафынан бирелгән ҙур бүләк. Ә 75 йыл бергә ғүмер итеү – оло бәхет, ә башҡа ғаиләләр өсөн оптимизм менән һуғарылған феномен булып тора, — тине Владимир Солин.

Хакимиәт башлығы юбилярҙарға Башҡортостан Президентының ҡултамғаһы ҡуйылған ҡотлау хатын тапшырҙы.

Теги: юбилейҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть