8 декабрь, Кесе йома

19 октябрь 2012 йыл, 10:38

Башҡортостанда журналистар республика буйлап социаль турҙар маршруттары менән танышты

автор: Любовь Колоколова | автор фотолары

Башҡортостанда эске һәм ситтән килеү, шул иҫәптән социаль туристар – өлкән кешеләр һәм инвалидтарға иҫәпләнгән туризмды үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Ошо көндәрҙә журналистар өсөн ике көнлөк матбуғат туры үткәрелде, уны ойоштороусылар булып БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм республиканың Туриндустрия союзы сығыш яһаны.

Журналистарға «Красноусол» һәм «Ассы» шифаханалары, «Абҙаҡ» тау саңғыһы курорты, «Ар ташы» һәм «Ҡарағайҙар иле» шәхси ял базаларының эшмәкәрлеге менән танышырға тәҡдим ителде.

Башҡортостандағы Туриндустрия союзының башҡарма директоры Дмитрий Шорников билдәләүенсә, 2011 йылда тормошҡа ашырыла башлаған социаль туризм программаһы пенсионерҙар ғына түгел, туроператорҙар араһында ла популярлыҡ яулай. Был программала ҡатнашырға теләгән туристик фирмалар һаны күбәйә бара. Улар туристарға республика, Рәсәй һәм шулай уҡ сит илдәр буйлап ҡыҙыҡлы турҙар тәҡдим итә. Туристик хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн туроператорҙар менән тәҡдим ителгән турҙарҙы һайлап алыу буйынса быйыл эксперттар советы булдырылды. 2012 йылда йәмғеһе алты меңдән ашыу пенсионер һәм инвалид льготалы шарттарҙа туристик хеҙмәттәр менән файҙалана аласаҡ. Былтырғыға ҡрағанда был ике тапҡырға күберәк.