Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Ноябрҙә Рәсәй халҡын өс көнлөк каникулдар көтә

Йәмғиәт

Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө – 4 ноябрь йәкшәмбегә тура килә.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан асыҡлауҙарынса, ял һәм эшләмәгән байрам көндәре тура килгәндә ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Шуға күрә ял көнө йәкшәмбе 4 ноябрҙән дүшәмбе 5 ноябргә күсерелә. 2012 йылдың 2 ноябрендә эш оҙайлылығы ҡыҫҡартылмай.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Рәсәйҙә 3, 4 һәм 5 ноябрь ял көндәре булып тора.

Шулай уҡ иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә 2013 йылда ял көндәрен күсереү графигы раҫланды. Уға ярашлы, Яңы йыл каникулдары рәсәйлеләр өсөн 10 көн – 2012 йылдың 30 декабренән 2013 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.

2013 йылдың майында Яҙ һәм хеҙмәт байрамын билдәләү айҡанлы – биш көнлөк ял, Еңеү көнөнә ҡарата дүрт көнлөк ял ҡаралған.

Теги: байрамдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть