4 декабрь, Йәкшәмбе

18 октябрь 2012 йыл, 17:36

«Аҡ Торна» конкурсында еңеүгә дәғүә иткән төп тәржемәселәр билдәләнде

автор: «Башинформ»

Төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең II «Аҡ торна» Халыҡ-ара конкурсы жюрийы һәм ойоштороу комитеты 2012 йылғы конкурс эштәренең шорт-лисын баҫтырып сығарҙы.

Былтыр тәүгә үткәрелгән «Аҡ торна» бәйгеһе уникаль мәҙәни сараға, төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең илдәге берҙән-бер масштаблы конкурсына әүерелде. Унда Рәсәйҙең күп төбәктәренән, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән авторҙар ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге конкурста Рәсәйҙең Мәскәү, Өфө, Ҡазан, Астрахань, Силәбе, Барнаул, Горно-Алтайск, Новороссийск һәм башҡа ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Украина, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Литва, Молдова һәм Үзбәкстандан йәмғеһе 286 эш ҡабул ителгән.

«Аҡ торна»ның шорт-лисына 35 ҡатнашыусы индерелде. Улар башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, төрөк һәм башҡа төрки телдәрҙән шиғырҙар тәржемә иткән.

Бәйгенең ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта жюри ағзалары алдында үтә ауыр эш тора – шорт-лисҡа индерелгән ҡатнашыусылар араһынан еңеүселәрҙе билдәләү.

Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы Өфөлә ноябрҙә үтә. Шунда уҡ «Фәлсәфәүи лирика», «Гражданлыҡ лирикаһы», «Мөхәббәт лирикаһы» номинацияларында лауреаттар һәм дипломанттарҙың исемдәре әйтеп ишеттереләсәк. Шулай уҡ «Башҡорт теленән иң яҡшы тәржемә өсөн» махсус приз да ҡаралған.

Шуны ла билдәләп үтәйек, «Аҡ торна» сайтында урынлаштырылған конкурстың шорт-лисына «Башинформ» агентлығы тәржемәсеһе Ҡарлуғас Ишемғолованың да фамилияһы индерелде. Ул башҡорт теленән Рафаэль Сафиндың шиғырҙарын тәржемә иткән. «В трудные минуты – себе» («Ғәжәп түгел») һәм «Танец в огне» («Ут эсендә бейеү») тигән тәржемәләре жюри тарафынан иң яҡшылары тип табылған.