11 декабрь, Йәкшәмбе

18 октябрь 2012 йыл, 16:59

Йыл башынан алып Башҡортостанда 1,4 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йылдың туғыҙ айы эсендә Башҡортостанда 16 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙың дөйөм майҙаны 1,4 миллион квадрат метр тәшкил итә. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса был күрһәткес 112,2 процентҡа тиң.

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органынан хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлгән торлаҡтың төп өлөшө элеккесә шәхси төҙөүселәргә тура килә. Уларҙың өлөшө — 76,3% (2011 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында – 78,3%). Улар 10 меңдән ашыу шәхси торлаҡ йорт төҙөгән. Уларҙың дөйөм майҙаны – бер миллиондан ашыу квадрат метр.

Йыл башынан алып ауыл ерендә – 693,4 мең, ҡала ерендә 742 меңдән ашыу квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Иң күп йорт Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрйән, Иглин һәм Шишмә райондарында төҙөлгән.

Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында йән башына иҫәптә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостан өсөнсө урын биләй. Беренсе урында – Татарстан, икенселә – Сыуашстан. 2012 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарына торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урында тора.

темалар: төҙөлөш,торлаҡ