Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Силәбе башҡорттары ҡоролтайы һәм Магнитогорск хакимиәте хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

Магнитогорск ҡалаһы хакимиәте, Силәбе өлкәһенең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы һәм уның Магнитогорскиҙағы бүлексәһе башҡорттарҙың мили мәҙәниәтен үҫтереү, милли үҙенсәлелекте һаҡлап ҡалыу, туған телде үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле Амур Хәбибуллин билдәләүенсә, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһынан күп кенә йәштәр Магнитогорскиҙа эшләй. Был әүҙем йәштәрҙе берләштереп, мәҙәниә һәм спорт сараларында ҡатнашыуға йәлеп итергә, уларға ыңғай йүнәлеш бирергә кәрәк.

Магнитогорск башлығы Евгений Тевтелев һүҙҙәренсә, әлеге килешеү ярҙамында ҡала хакимиәте эшмәкәрлеге төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙ-ара килешеп эшләү йәһәтенән бөтөнләй яңы кимәлгә күтәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть