11 декабрь, Йәкшәмбе

17 октябрь 2012 йыл, 16:26

Октябрьский ҡалаһының «Илемпи» ансамбле Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы тип танылды

автор: Людмила Терновая

Октябрьский ҡалаһындағы «Чуваш ен» йәмәғәт ойошмаһының «Илемпи» ансамбле Волга буйы федераль округының икенсе төбәк-ара сәнғәт фестивалендә иң яҡшыһы тип табылды.

Фестивалдә ансамбль сыуаштарҙың «Чуклеме» уңыш байрамы алдынан ҡатнашты. Сара һөҙөмтәләре буйынса, беҙҙең республика ансамбле дипломға лайыҡ булды, уға Һамар өлкәһе сыуаштарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Людмила Павлова ҡул ҡуйҙы.

Икенсе тапҡыр үткәрелгән был фестиваль округ төбәктәрен мәҙәни йәһәттән берләштереү һәм һәр территорияның үҙенсәлеген күрһәтеү маҡсатында ойошторола.