Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала «500 ферма» маҡсатлы программаһында ҡатнашыусылар һаны арта

Иҡтисад

Башҡортостанда «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыусылар һаны арта. Көн элгәре уларға Бүздәк районының «Бүздәк» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Тәтешле районының «Таң» предприятиеһы, Баҡалы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы һәм Ҡалтасы районының «Заря» ауыл хужалығы етештереү кооперативы ҡушылды.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда «500 ферма» республика маҡсатлы программаһында 59 хужалыҡ ҡатнаша.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта программала ҡатнашҡан 12 хужалыҡта 14 һөт фермаһы файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙың дүртәүһе — Стәрлетамаҡ районында, өсәүһе — Дүртөйлө районында, берәр ферма Ҡыйғы, Мәләүез, Ауырғазы, Краснокама, Күгәрсен, Илеш һәм Учалы райондарында урынлашҡан.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «500 ферма» республика маҡсатлы программаһы ярҙамы менән йәнә бер нисә объектта эштәр аҙағына яҡынлаша. Шулай итеп, октябрҙә генә Башҡортостандың 15 районында 20-гә яҡын һөт-тауар фермаһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть