4 декабрь, Йәкшәмбе

17 октябрь 2012 йыл, 13:13

Төбәктең ауыл мәктәптәре автопарктары яңы автобустар менән тулыланды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Мәктәп автопарктары яңы автобустар менән тулыланды – шишәмбе, 16 октябрҙә, республиканың һигеҙ районына 14 машина ебәрелде. Улар алыҫ урынлашҡан ауылдарҙан балаларҙы дәрескә йөрөтәсәк. «ПАЗ» маркалы автобустарҙан асҡыстар Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дыуан һәм Мәсетле райондары мәктәптәренә тапшырылды.

Яңы уҡыу йылы башынан алып райондарға йәмғеһе 96 машина йүнәлтелгән. БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов билдәләүенсә, яңы автобустар мәғариф системаһын яңыртыу программаһы сиктәрендә һатып алынған. 2012 йылда ауыл мәктәптәре өсөн автотранспорт һатып алыуға федераль бюджеттан 204 миллион һум аҡса бүленгән.

— Был аҡсаға республиканың 63 районы өсөн 96 автобус һатып алынды. 2012 йыл аҙағынаса йәнә 85 мәктәпте яңы транспорт менән тәьмин итеү планлаштырыла. Мәктәп автопарктарын яңыртыу киләһе йылда ла дауам итәсәк, — тип хәбәр итте Владимир Аристархов. – Әлеге ваҡытта тағы 300 автобус талап ителә.

Яңы автобустар заманса йыһазландырылған. Уларҙа уҡыусылар дәрескә генә түгел, спорт ярыштарына, төрлө конкурс, слет һәм экскурсияларға йөрөйәсәк.

Республиканы мәктәп автобустары менән тәьмин иткән «Уралавто» предприятиеһы сара сиктәрендә Туризм, крайҙы өйрәнеү һәм экскурсиялар республика балалар сәләмәтләндереү үҙәгенә «ГАЗель» микроавтобусы бүләк итте.