Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәренә 120 миллион һум күләмендә штраф һалынды

Йәмғиәт

Республиканың Юғары суды ҡарары менән БР Ауыл хужалығы министрлығының 57 йәшлек элекке хеҙмәткәре ҙур күләмдә ришүәт алғаны өсөн хөкөм ителде. Үткән йылдың август айында элекке чиновник бынан өс йыл элек «Рощинский» совхозында башҡарылған эштәр өсөн аҡса күсереүҙә ярҙам иткәне өсөн төҙөлөш фирмаһынан 1,5 миллион һум аҡса талап иткән.

Чиновник ришүәт суммаһының бер өлөшөн (500 мең һум) алған ваҡытта ҡулға алынған. Әммә ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған. Уға 120 миллион һум күләмендә штраф һалынды, тип хәбәр итте БР Юғары судының матбуғат секретары Елена Макушина. Шулай уҡ ғәйепләнеүсе бер йыл дауамында дәүләт хеҙмәтендә етәксе вазифаларын биләй алмай, тип асыҡланылар республика прокуратураһынан.

Теги: коррупция
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть