10 декабрь, Шәмбе

17 октябрь 2012 йыл, 11:49

Башҡортостан Президенты Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе менән осрашты

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 17 октябрҙә Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе Виктор Масляков менән эш осрашыуы үткәрҙе.

— Беҙ Рөстәм Зәки улы менән ағас әйләнеше темаһын тикшерҙек, — тип хәбәр итте Виктор Масляков. – Бөгөн Өфөлә үткән конференция исеме ағасты иҫәпкә алыуға бәйле. Әммә ойошторолған форумдың төп маҡсаты – рөхсәтһеҙ ҡырҡылған ағас әйләнеше мәсьәләһен тикшереү. Йәмғиәтебеҙҙә бындай процестарҙың цивилизациялы, законлы булыуы мөһим. Беҙҙең өсөн ағас эшкәртеүгә бәйле барлыҡ процестарҙы күҙәтеп барыу мөмкинлеге булыуы үтә мөһим.

Виктор Масляков билдәләүенсә, бөгөн федераль кимәлдә ағасты иҫәпкә алыу системаһын мәғлүмәтләштереү мәсьәләһе тикшерелә.

— Һәр субъектта һәм округта махсус серверҙар булдырыу планлаштырыла, уларҙа ағас буйынса барлыҡ мәғлүмәт тупланасаҡ, — тине Федераль агентлыҡ етәксеһе. – Ошо йәһәттән беҙҙе Башҡортостан тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра, унда федераль структуралар араһындағы бәйләнештәр яйға һалынған. Система яҡшы эшләһен өсөн, иҫәпкә алыуҙан тыш, процессуаль мәсьәләләр ҙә мөһим. Республикала был система беренсе этабында яҡшы үҙләштерелгән, һәм беҙ республика тәжрибәһен бөтә Рәсәйгә таратырға теләр инек.