4 декабрь, Йәкшәмбе

17 октябрь 2012 йыл, 10:54

Өфөлә барлыҡ алданған өлөшсөләр 2013 йылда торлаҡ аласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда алданған өлөшсөләр мәсьәләһе 2013 йылда хәл ителәсәк. Был хаҡта шишәмбе, 16 октябрҙә, республика Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә хәбәр итте. Ҡала мэрияһына ул проблемлы объекттарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң килде.

— Баҡалы урамындағы «Ҡояшлы» биҫтәһе. Эштәр алып барыла. Бәлки, беҙ теләгәнсә ул тиклем тиҙ һәм масштаблы түгелдер, әммә ҡайһы бер йорттар буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде. 2013 йылда был биҫтәне төҙөп бөтөрбөҙ, тип уйлайым, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн унда Күсемһеҙ милек үҙәге менән бергә Торлаҡ төҙөлөшө фонды эшләй, был ике ныҡлы ойошмаға беҙ ышанабыҙ.

«Йәшел яр» комплексындағы хәлдәр ауырыраҡ – ул рейдерлыҡ юлы менән тартып алынған, әммә уны ла алдағы йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

— Әммә унда юристарҙы, хоҡуҡ белгестәрен көрәш көтә, — тине Президент. – Юридик йәһәттән ундағы хәл иң ауыры. Комплексты өлөшсөләр алдында бер ниндәй ҙә яуаплылығы булмаған компания тартып алған. Улар йортто төҙөп бөтөп, уны һатырға уйлай, ә өлөшсөләрҙе бер ниһеҙ ҡалдырмаҡ була. Әммә улай булмаясаҡ – әлбиттә, власть тулыһынса өлөшсөләр яғында һәм кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау өсөн, иң ҡаты варианттар ҡулланыласаҡ.

«Йәшел яр»ға килгәндә, ундағы өлөшсөләр араһында бер юлы бер нисә фатир һатып алған кешеләр күп. Улар был фатирҙарҙы артабан һатырға уйлаған.

— Тәү сиратта йәшәргә урындары булмаған кешеләр фатир аласаҡ, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Бынан һуң ғына бизнес эшләргә теләгәндәрҙең мәсьәләләре хәл ителәсәк.

Алданған өлөшсөләрҙең инициативалы төркөмө вәкиле Андрей Столяров барыһы исеменән Президентҡа ярҙам итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, енәйәт эшендә ҡатнашҡан кешеләрҙе тикшереү барышында иректә ҡалдырырға ярамай, сөнки уларҙың төҙөлөш барышына, һөҙөмтә булараҡ, өлөшсөләр яҙмышына йоғонто яһауы бар. Бынан тыш, Торлаҡ төҙөлөшө фонды йорттарҙы төҙөп бөтөп, фатирҙарҙы баҙар хаҡы менән һатыуы мөмкин, тигән хәүефен белдерҙе Андрей Столяров.

Торлаҡ төҙөлөшө фонды үҙ файҙаһын күрергә теләгән коммерция ойошмаһы түгел, тип яуапланы быға Рөстәм Хәмитов.

— Беҙҙең бурыс – һеҙгә фатир биреү. Бюджет ресурстарын йәлеп итеп, был мәсьәләне тулыһынса хәл итергә булдыҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Республика башлығы билдәләүенсә, Өфөлә ҡалған проблемалы йорттарҙы төҙөп бөтөү өсөн (ә улар бөгөнгө көндә унау), яҡынса ике-ике ярым миллиард һум аҡса талап ителә.