5 декабрь, Дүшәмбе

17 октябрь 2012 йыл, 9:35

Рөстәм Хәмитов Венгрияның Рәсәйҙәге Илсеһе Иштван Ийдярто менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

16 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Венгрияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Иштван Ийдярто менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда иҡтисади өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре, шулай уҡ берлектәге гуманитар проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан менән Венгрия араһындағы мөнәсәбәттәр яҡшы үҫтерелә, әммә үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәре тулы кимәлендә ҡулланылмай. Республика Президенты юғары технологиялар, ауыл хужалығы, туризм, һаулыҡ һаҡлау, нефть эшкәртеү өлкәләрендә бәйләнештәрҙе әүҙемерәк үҫтерергә тәҡдим итте. «Белгестәрегеҙ беҙгә «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн генә түгел, ә үҙҙәренең технологиялары менән дә килһен өсөн, һеҙҙең нефть эшкәртеү заводтары, химия комбинаттары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Беҙ химия йүнәлешен әүҙем үҫтерергә теләйбеҙ, газ химияһы алдағы ваҡытта республиканың химия индустрияһын үҫтереүҙә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе буласаҡ», — тине Башҡортостан Президенты.

Венгрия Илсеһе һүҙҙәренсә, Венгрия менән Башҡортостандың үҙ-ара килешеп эш итеүе көрсөккә тиклемге осорҙағы кеүек үк әүҙем үҫтерелмәй. «Хәҙер беҙ көрсөктән һуңғы шарттарҙа эшләргә бурыслыбыҙ. Башҡортостан Венгрия өсөн – ҙур мөмкинлектәре булған партнер. Башҡортостанда уңышлы эшләгән предприятиелар күп, республика беҙҙе ҡыҙыҡһындырған төрлө продукция етештерә», — тине Иштван Ийдярто.