11 декабрь, Йәкшәмбе

16 октябрь 2012 йыл, 17:26

Төбәктә «Башҡортостан – Афғанстан дуҫлыҡ йәмғиәте» булдырылды

автор: Сергей Захаров

Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса Идаралығында коммерцияға ҡарамаған дүрт яңы ойошма дәүләт теркәүе үтте. Республикала «Халыҡтар көсө» төбәк йәмәғәт үҫеш фонды, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағында Әбйәлил районының Туйыш ауылында урындағы мосолмандарҙың дини ойошмаһы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағында Нуриман районының Байгилде ауылында урындағы мосолмандарҙың «Мәхәллә» дини ойошмаһы, шулай уҡ «Башҡортостан – Афғанстан дуҫлыҡ йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы булдырылды.

Бынан тыш, Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының 71-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф учреждениеһының Попечителлек советы автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы бөтөрөлдө һәм Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрынан сығарылды.

Тулыраҡ мәғлүмәт – РФ Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса Идаралығы сайтында.