7 декабрь, Шаршамбы

16 октябрь 2012 йыл, 17:01

24 октябрҙә Башҡортостан парламентының пленар ултырышы үтә

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 56-сы ултырышы 24 октябрҙә үтә. Бындай ҡарар республика парламенты Президиумы ултырышында ҡабул ителде. Депутаттар ҡырҡҡа яҡын республика закон проектын тикшерергә планлаштыра.

Уларҙың унауһы закон статусын аласаҡ. Улар араһында — «Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһының Экология кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында һыу мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы БР законының 9-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында» БР закон проекттары.

Шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге, йорт хайуандары, физик культура һәм спорт, мәғарифҡа ҡағылышлы закон проекттары буйынса эшләү тәҡдим ителәсәк.

Депутаттар иғтибарына тәүгә 25-кә яҡын закондар сығарыу башланғысы тәҡдим ителәсәк. Улар иҫәбендә БР Дәүләт Йыйылышының профилле Комитеттары ултырыштары сиктәрендә Башҡортостан парламентарийҙары менән тикшерелгән мәсьәләләр: «Башҡортостан Републикаһының 2013 йылға һәм 2014 һәм 2015 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында», «Башҡортостан Републикаһы Мотлаҡ медицина стаховкаһы территориаль фондының 2013 йылға һәм 2014 һәм 2015 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында». Бынан тыш, түбәндәге республика закондарына үҙгәрештәр индереләсәк: «Башҡортостан Республикаһында тәбиғи дауалау ресурстары, дауалау-һауыҡтырыу урындары һәм шифаханалар тураһында», «Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһында», «Башҡортостан Респубикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында».