Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө дәүләт авиация техник университеты – Рәсәйҙең милли ғорурлығы

Йәмғиәт

Өфө дәүләт авиация техник университеты Рәсәйҙең милли ғорурлығы тип аталған 20 юғары уҡыу йорто исемлегенә инде. Ул илдең 2012 йылғы иң яҡшы юғары уҡыу йорттары рейтингыһында 19-сы урын биләй. Һорау алыуҙы РБК медиа-холдингы аналитиктары үткәргән.

Алынған мәғлүмәттәр буйынса, беренсе урында – Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты (33,74 %), икенсе урында – Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты (18,46 %), өсөнсөлә – Мәскәү физика-техник институты (6,5 %), дүртенселә – Мәскәү дәүләт халыҡ-ара бәйләнештәр институты (4,23 %), бишенсе урында – Санкт-Петербург дәүләт университеты (4,15 %). Өфө дәүләт авиация техник университеты өсөн һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 0,17 проценты тауыш биргән, тип асыҡланылар юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть