9 декабрь, Йома

16 октябрь 2012 йыл, 14:49

Константин Толкачев РФ Иҫәп палатаһының Почет грамотаһы менән наградланды

автор: Людмила Терновая

Республика парламенты спикеры Константин Толкачев «Рәсәй Федерацияһы Иҫәп палатаһының Почет грамотаһы»на лайыҡ булды. Награданы тапшырыу тантанаһы шишәмбе республиканың Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында үтте.

Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харисов билдәләүенсә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе был юғары наградаға Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль финанс контроле системаһын камиллаштырыуға өлөш индергәне өсөн лайыҡ булған.