3 декабрь, Шәмбе

16 октябрь 2012 йыл, 12:33

Өфөнөң вакансиялар банкында 18 мең буш эш урыны иҫәпләнә

автор: Галина Бахшиева

2012 йыл башынан алып Башҡортостан баш ҡалаһында халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте ярҙамында 18400-ҙән ашыу кеше эшкә урынлашҡан. Йәнә ике меңдән ашыу кеше бөгөн хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡытырға ебәрелгән.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта республиканың баш ҡалаһында рәсми рәүештә теркәлгән 7200-ҙән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә. Уларҙың 6400-гә яҡыны эшһеҙлек буйынса пособие ала.

Өфөлә рәсми эшһеҙлек кимәле әле 1,29 процентҡа тиң. Көсөргәнешлек коэффициенты 0,48 тәшкил итә.

Вакантлы урындар һаны  – 18 меңдән ашыу. Йыл башынан алып Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә йәмғеһе 99400-гә яҡын буш эш урыны тәҡдим ителгән.