Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

26 октябрҙә бәләкәй бизнесты үҫтереү буйынса төбәк-ара конференция үтә

Иҡтисад

Башҡортостандың эшлекле даирәһе вәкилдәре һәм бәләкәй бизнесты үҫтереүгә битараф булмаған барлыҡ кешеләр һәм ойошмалар VII «Бәләкәй бизнесты үҫтереү: директивалар һәм практика» төбәк-ара конференцияһында ҡатнашыуға саҡырыла. Йыл һайын үткәрелгән сара быйыл 26 октябрҙә Екатеринбург ҡалаһында ойошторола, тип хәбәр иттеләр БР Кредит ойошмалары ассоциацияһынан.

Конференцияла ҡатнашыусылар Рәсәйҙә бәләкәй бизнестың торошо, эшлекле мөхит хаҡында фекер алышасаҡ, бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү буйынса дәүләт программаларын һәм был эштә үҫеш институттарының һәм шәхси банктарҙың ролен, шулай уҡ микрофинанслау ойошмалары аша эшҡыуарлыҡ проекттарын финанслау алымдарын тикшерәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Кредит ойошмалары ассоциацияһына мөрәжәғәт итергә була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть