Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙең һәм Төркиәнең эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килеште

Иҡтисад

9-13 октябрҙә Истанбулда беренсе Рәсәй-Төркиә бизнес-форумы үтте, ул ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығы һәм бөгөнгө бизнесты үҫтереүҙә эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар роле мәсьәләләренә арналды.

Рәсәй делегацияһы составында форумда беҙҙең яҡташтар ҙа ҡатнашты. Улар – БР Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы ағзалары Ольга Ноғоманова, Лилиә Кәшфуллина, Татьяна Гридина һәм Ассоциация рәйесе Алла Кузьмина.

— Был юлы Төркиә беҙҙең өсөн ял итеү урыны түгел, ә бәйләнештәр булдырыу майҙансығы булды, — тип һөйләне Алла Александровна. – Беҙҙең делегация ағзаларына тәүгә туранан-тура Төркиә эшҡыуарҙары менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге тейҙе. Проекттарҙы үҫтереү һәм тормошҡа ашырыу буйынса һөҙөмтәле саралар хаҡында һөйләшеп, ике яҡ өсөн дә файҙалы булған контракттар төҙөнөк.

Сараны ойоштороусылар булып РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «TUSCON» Төркиә эшҡыуарҙары һәм сәнәғәтселәре конфедерацияһы ярҙамында «Бизнестағы ҡатын-ҡыҙҙар» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть