10 декабрь, Шәмбе

16 октябрь 2012 йыл, 9:59

Республиканың 21 районында көнбағыш йыйыу тамамланған

автор: Галина Бахшиева

15 октябрҙә Башҡортостандың йәнә дүрт районы – Бөрө, Илеш, Ишембай һәм Кушнаренко хужалыҡтары көнбағыш һуғыу эштәрен тамамлаған. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта көнбағыш һуғып алыу эштәре республиканың 21 районында тамамланған.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, үткән ял көндәрендә генә төбәктә өс меңдән ашыу гектар майҙанда 3100 тоннанан ашыу көнбағыш йыйып алынған.

Уртаса уңыш гектарынан 8,2 центнер тәшкил итә. Бөгөнгө көнгә республикала 157 меңдән ашыу гектар майҙанда 129354 тонна көнбағыш һуғып алынған.