10 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2012 йыл, 17:34

Башҡортостан Хөкүмәте «Алтын көҙ» бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә Гран-при яуланы

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Хөкүмәте XIV «Алтын көҙ» бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Гран-при яуланы, сара 11-14 октябрҙә Мәскәүҙә үтте.

Был юғары наградаға Башҡортостан Хөкүмәте «Күргәҙмәне үҫтереүгә өлөш индергән өсөн» номинацияһында лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Күргәҙмәлә республиканың яҡынса 140 предприятиеһы һәм ойошмаһы ҡатнашты. Улар араһында – ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр, мәғариф һәм ғилми учреждениелар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шулай уҡ хеҙмәтләндереү предприятиелары. «Алтын көҙ-2012» сиктәрендә улар 16 төр конкурста ҡатнашы.

Дөйөм алғанда Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары күргәҙмәлә 400-ҙән ашыу миҙал яуланы. 19 октябрҙә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында үтәсәк матбуғат конференцияһында күргәҙмәгә тулы йомғаҡ яһала.